РП по башкирскому языку

1

1.1-4-се кластары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән эш программаһы башланғыс дөйөм белем биреү федераль дәүләт
стандарттарына ярашлы (Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министырлығы тарафынан раҫланған «Уҡытыу рус
телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 1-4-се кластары өсөн «Туған (башҡорт)тел һәм
әҙәбиәт»предметы буйынса белем биреү өлгө программалары буйынса төҙөлдө
. Төҙөүсе: З.Ғ. Нафикова -Өфө: Китап,2018 й. Дәреслек: Ф.Ф Мортазина, З.Ғ. Нафикова «Башҡорт теле: уҡытыу рус
телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 1-4 кластары өсөн уҡыу ҡулланмаһы ( башҡорт телен туған
тел булараҡ өйрәнеүселәр өсөн) - Өфө: Китап, 2018 й.»
1.1 Уҡыу предметының уҡыу планында урыны эш программаһы Ғафури районы муниципаль районының Яңғыҙҡайын
урта дөйөм белем биреү айырым фәндәрҙе тәрәнәйтеп өйрәнеү мәктәбе уҡыу планында 34 сәғәткә бүленгән (аҙ наға 1
сәғәт)тәҡдим ителгән курстың йөкмәткеһе федераль стандарттарға тура килә.
Туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәтенән эш программаһы 1-4 кластар өсөн төҙөлгән. Был эш программаһында Федераль
һәм Республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла.
Рус мәктәптәренең башланғыс кластарында төп бурыс балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға өйрәтеү
булғанлыҡтан, лингвистик материал, әҙәби текстар нигеҙендә, тел сараларын әҙәби текста күҙәтеү, табыу, дөрөҫ әйтеү
һәм яҙыу, әңгәмә һәм ижади эштәр ваҡытында дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү йүнәлешендәге эштәр аша башҡарыла. Был
күренеш әҙәбиәт һәм тел материалының тематик бәйләнешен дә, мәғәнәүи бәйләнешен дә тәьмин итә, тәрбиәүи
сараларҙы үткәреүгә киң юл аса. Рус телле мәктәптәрҙә эшләүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары сит телдәрҙә
уҡытыу алымдарын, уның ҡаҙаныштарын ижади файҙаланырға тейеш. Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрен бер-береһе менән
бәйләп алып барыу яңы һүҙҙәрҙе, терминдарҙы һүҙлеккә яҙып барыу, һүҙлекте һәр дәрестә тулыландыра барыу
уҡыусыларҙы һүҙ байлығын арттырыуҙа, уларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.
“Туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәте” предметына дөйөм характеристика
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙан бәләкәй күләмле диктанттар, изложениелар, иншалар
яҙҙырыу ҙа бик мөһим. Телмәр үҫтереүҙә бындай эштәрҙең файҙаһы бик күп. Бындай мәктәптәрҙә балаларға башҡорт

2

теле һәм әҙәбиәте буйынса теоретик мәғлүмәт биреү түгел, ә уҡыусыларҙың башҡорт телендә һөйләшә, уҡый, аңлай
алыу, элементар яҙыу күнекмәләрен формалаштырыу һәм үҫтереү беренсе планда ҡала килә.
Программала тәҡдим ителгән теоретик материал ҡағиҙәләрҙе ятлау юлы менән түгел, ә уҡылған текстарҙан телдең
орфоэпик, орфографик, грамматик нормаларын күҙәтеү, табыу, уларҙы аралашыу процессында ҡулланыу төп урында
тора.
Программа кимәле: базис
Программаның йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән:
- телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;
- тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция);
- лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә
(коммуникатив йүнәлеш).
Туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу маҡсаттары:
Билдәле булыуынса, белем биреүҙең маҡсаты йәмғиәт тарафынан ҡуйылған социаль заказ менән билдәләнә.
Башҡортостан Республикаһының мәғариф системаһы алдында ҡуйылған төп бурыс - ижади фекерләүсе, инициативалы,
ижтимағи тормошта әүҙем ҡатнашыусы, белемле һәм үҙ телендә иркен аралашыусы шәхестәр тәрбиәләү. Мәғариф
системаһы алдында ҡуйылған стратегик маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙа башланғыс мәктәп беренсе баҫҡыс булып
тора.
Урыҫ телле мәктәптәрҙә башҡорт балаларына туған телде уҡытыу маҡсаты күп яҡлы, һәм ул бер нисә аспекттан
тора:
1. Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмғиәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт
әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.
2. Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.
3

3. Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен
биреү.
4. Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.
5. Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, әҙәбиәте, сәнғәте,
күренекле шәхестәре, йолалары, тыуған илдең тәбиғәте һ.б. менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү,
башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.
6. Бөтә һаналғандарға таянып, башҡорт телен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү,
уларға патриотик һәм интернациональ тәрбиә биреү.
Күренеүенсә, тәҡдим ителгән программа башланғыс кластарҙа башҡорт телен өс йүнәлештә өйрәнеүҙе - башҡортса
телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу, башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик
үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү, бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәнеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ
милли тәрбиә тураһында ла проблема күтәрелә.
Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар:
1. Танып белеү маҡсаты Уҡыусылар башҡорт халыҡ мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихи үткәнен, бөгөнгөһөн,
киләсәген белергә һәм аңларға, хөрмәт итергә, әҙәбиәт-сәнғәт вәкилдәренең ижади ҡаҙаныштары менән үҙенең рухи
үҫешен байыта алыу мөмкинлеген файҙаланырға тейеш. Күп милләтле Башҡортостан Республикаһы, уның халҡы,
башҡорт халҡының республикала төп, ерле халыҡ булыуы, башҡорт халыҡ ижады, билдәле шәхестәр, уларҙың эштәре,
ижады менән таныштырыу башланғыс этапта танып белеү маҡсатының йөкмәткеһен тәшкил итә.
2. Үҫтереү маҡсаты Белем биреү маҡсаты методика фәнендә бик оҙаҡ йылдар буйы иң беренсе маҡсат итеп һаналды.
Ләкин башҡа дидактик маҡсаттарҙы икенсе урында ҡарау белем биреү маҡсатының тейешле дәрәжәлә тормошҡа
ашырылмауына килтерә. Шәхестең белемле булыуы уның фекерләү һәләте үҫешенән тора. Уҡытыу процесында үҫтереү,
тәрбиә маҡсаттарын даими күҙаллап эшләү - сифатлы белем биреүҙең беренсе шарты (Л.С.Выготский). Был хәҡиҡәтте
бигерәк тә башланғыс кластарҙа, балаларҙың белем алыу эшмәкәрлеге башланған осорҙа иҫтә тотоу мөһим.
Башланғыс этапта балаларҙың психик үҫешен түбәндәге йүнәлештәрҙә үҫтереүгә айырыуса иғтибар талап ителә:
4

Фекерләүҙе үҫтереү менән бәйле психик функциялар:
 логик фекерләү, сәбәп-һөҙөмтә;
 бәйләнештәрен табыу, индуктив, дедуктив фекерләү; Хәтерҙе үҫтереү (ихтыярлы, ихтыярһыҙ), иғтибарлылыҡты
үҫтереү;
 аралаша белеү һәләтен үҫтереү (аралашыусанлыҡ, хислелек, эмпатия хистәре);
 ихтыяр көсө, маҡсатлылыҡ , әүҙемлек кеүек һәләттәрҙе үҫтереү.
3. Тәрбиәүи маҡсат.
Уҡыусыларҙың тейешле дәрәжәләге тәрбиәһенән башҡа уҡытыу процесын ойоштороу мөмкин түгел. Әлбиттә,
уҡытыусының шәхси сифаттары, уҡыусы менән махсус ойошторолған мөғәләмәһе уҡытыу һәм тәрбиә процесында ҙур
роль уйнай. Ләкин тәрбиә процесы беренсе сиратта уҡытыуҙың йөкмәткеһе һәм методтары менән бәйле. Тимәк,
уҡытыуҙың йөкмәткеһен һайлағанда, материалдың тәрбиәүи мөмкинлектәрен иҫәпкә алыу - программа һәм дәреслек
авторҙары өсөн төп талап. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә тура килгән, уларҙы ҡыҙыҡһындырған, әхләҡи
проблемаларҙы үҙ эсенә алған йөкмәтке, беренсенән, уҡытыу процесында тәрбиәүи функция башҡарһа, икенсенән,
туранан-тура коммуникатив мотивация тыуҙырыу менән бәйле. Программаға балалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе
сағылдырған, әхләҡи проблемаға эйә булған бәләкәй күләмле әҙәби әҫәрҙәр һәм автор текстары индерелде.
4. Белем биреү маҡсаты
Уҡыусыларҙың башҡорт теле буйынса лексик, грамматик күнекмәләре, филологик белемдәре сиктәрендә генә
ҡалмайынса, телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрендә лә ҡулланырлыҡ кимәлдә булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына
башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү бурысы үтәлә.

5

Һөйләү телмәрен үҫтереү:
1) картина буйынса һөйләү;
2) уҡыған тексты аңлы һөйләү;
3) шиғыр, тиҙәйткестәрҙе яттан һөйләй белеү;
4) йәштәштәре, ололар менән билдәле бер аралашыу сфераларында, ситуацияларҙа диалогик һәм монологик телмәр
ойоштора белеү;
5) үҙенең һәм йәштәштәренең эшмәкәрлеге, тирә-яҡ мөхит хаҡында үҙенең мөнәсәбәтен белдереп, бәйләнешле һөйләй
белеү.
Ишетеп аңлау (аудирование):
1) уҡытыусының дәрес, уйын ситуациялары менән бәйле һорауҙарын, күрһәтмәләрен аңлау;
2) әңгәмәләштәшенең таныш материалға нигеҙләнгән һөйләмен аңлау, уға мөнәсәбәтен белдереү;
3) тыңлағанда һөйләм, һүҙбәйләнештәрҙе билдәләү, интонацияны айырыу;
4) әҙәби әҫәрҙәрҙең, текстарҙың йөкмәткеһен тыңлап аңлау;
5) аудиотаҫмалағы әкиәт, хикәйәне ишетеп аңлау.
Уҡыу телмәрен үҫтереү:
1) аңлап, дөрөҫ итеп уҡыу;
2) текстағы тыныш билдәләренә ҡарап, тейешле пауза һәм интонацияларҙы үтәү;
3) тексты үҙ аллы аңлы уҡыу;
4) унан кәрәкле мәғлүмәтте табып уҡыу;
6

5) бәләкәй күләмле шиғырҙарҙы яттан һөйләү.
Яҙыу телмәрен үҫтереү:
1) айырым һөйләмдәрҙе, бәләкәй текстарҙы үҙгәрешһеҙ, дөрөҫ итеп күсереп яҙыу;
2) матур яҙыу күнекмәләре;
3) байрам открыткалары яҙыу;
4) һүҙлек диктанты яҙыу.

«ТУҒАН (БАШҠОРТ) ТЕЛЕНДӘ ӘҘӘБИ УҠЫУ» УҠЫУ ПРЕДМЕТЫН ҮҘЛӘШТЕРЕҮҘЕҢ
ПЛАНЛАШТЫРЫЛҒАН ҺӨҘӨМТӘЛӘРЕ
«Туған тел һәм туған телдә әҙәби уҡыу» предмет өлкәһенә ҡараған «Туған (башҡорт) телендә әҙәби уҡыу»
предметын өйрәнеү һөҙөмтәләре башланғыс белем биреү буйынса Федераль дәүләт белем биреү стандарттарында
бирелгән башланғыс дөйөм белем биреү мәғариф программаһын үҙләштереү һөҙөмтәләренә ҡуйылған талаптарға тап
килә.
Шәхси һөҙөмтәләр
1-4 кластарҙа «Туған (башҡорт) телдә әҙәби уҡыу» предметын өйрәнеү һөҙөмтәһендә уҡыусыла түбәндәге шәхси
һөҙөмтәләр формалаштырыла:
гражданлыҡ-патриотик тәрбиә биреү:
- Ватанға - Рәсәйгә ҡиммәтле мөнәсәбәт булдырыу;

7

- үҙеңдең этно-мәҙәни һәм Рәсәй гражданлыҡ берҙәмлеген аңлау;
- илебеҙҙең һәм тыуған төбәгебеҙҙең үткәненә, хәҙергеһенә һәм киләсәгенә ҡатнашлыҡ;
- үҙеңдең һәм башҡа халыҡтарға ихтирам;
- кеше тураһында, уның хоҡуҡтары һәм яуаплылығы, хөрмәте һәм кешелек дәрәжәһе, тәртиптең әхлаҡи-этик
нормалары һәм шәхес-ара мөнәсәбәттәр ҡағиҙәләре тураһында тәүге төшөнсәләр;
рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү:
- һәр кешенең индивидуаллеген таныу;
- ҡайғы менән уртаҡлашыу, хөрмәт итеү һәм изгелек ҡылыу;
- башҡа кешеләргә физик һәм әхлаҡи зыян килтереүгә йүнәлтелгән төрлө тәртип формаларын ҡабул итмәү;
эстетик тәрбиә биреү:
- сәнғәттең төрлө төрҙәренә, үҙебеҙҙең һәм башҡа халыҡтарҙың йолаларына һәм ижадына ихтирамлы мөнәсәбәт
һәм ҡыҙыҡһыныу;
- төрлө художестволы эшмәкәрлек төрҙәрендә үҙ-үҙеңде күрһәтеүгә ынтылыу;
физик тәрбиә биреү, һаулыҡ һәм эмоциональ именлек мәҙәниәтен булдырыу:
- тирә-яҡ мөхиттә сәләмәт һәм хәүефһеҙ (үҙҙәре һәм башҡа кешеләр өсөн) йәшәү рәүеше (шул иҫәптән мәғлүмәти)
ҡағиҙәләрен үтәү;
- физик һәм психик һаулыҡҡа һаҡсыл мөнәсәбәт;
хеҙмәт тәрбиәһе биреү:
- кеше һәм йәмғиәт тормошонда хеҙмәт ҡиммәттәрен аңлау, яуаплы ҡулланыу һәм хеҙмәт һөҙөмтәләренә һаҡсыл

8

мөнәсәбәт, төрлө хеҙмәт эшмәкәрлеге төрҙәрендә ҡатнашыу күнекмәләре, төрлө һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныу;
экологик тәрбиә биреү:
- тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш;
- уға зыян килтереүҙе ҡабул итмәү;
ғилми танып белеү ҡиммәттәре:
- донъяның фәнни картинаһы тураһында тәүге төшөнсәләр;
- танып белеү ҡыҙыҡһыныуҙары, әүҙемлеге, инициативалылығы, ҡыҙыҡһыныусанлығы һәм үҙаллылығы.
Метапредмет һөҙөмтәләре
1-4 кластарҙа «Туған (башҡорт) телдә әҙәби уҡыу» уҡыу предметын өйрәнеү һөҙөмтәһендә уҡыусы универсаль
белем биреү сараларына эйә була:
төп логик ғәмәлдәр:
- төрлө текстарҙы сағыштырырға, текстарҙы сағыштырыу нигеҙҙәрен билдәләргә, текстарҙың аналогтарын
билдәләргә;
- өлөштәрҙән бөтөндө йыйыу (бирелгән үҙенсәлектәре буйынса текстар);
- текстарҙы классификациялау өсөн мөһим билдәне билдәләргә, тәҡдим ителгән текстарҙы классификацияларға;
- текст материалында уҡытыусы тәҡдим иткән күҙәтеү алгоритмы нигеҙендә законлылыҡтарҙы һәм ҡапмаҡаршылыҡтарҙы табыу;
- тәҡдим ителгән алгоритмға нигеҙләнеп уҡыу һәм практик бурысты хәл итеү өсөн мәғлүмәттең етешмәүен
асыҡларға;

9

- тексты анализлағанда сәбәп-тикшереү бәйләнештәрен билдәләргә, һығымта яһарға;
өп тикшеренеү ғәмәлдәре:
- уҡытыусы ярҙамында маҡсат билдәләргә;
- бурысты хәл итеүҙең бер нисә вариантын сағыштырып, иң ҡулайын һайлап алырға (тәҡдим ителгән критерийҙар
нигеҙендә);
- тәҡдим ителгән планға ярашлы проект эшен башҡарырға;
- текст анализы һөҙөмтәләре нигеҙендә һығымталар төҙөргә һәм уларҙы дәлилдәр менән нығытырға
(классификациялау, сағыштырыу, тикшереүҙәр);
Оҡшаш йәки оҡшаш хәлдәрҙә процестарҙың, ваҡиғаларҙың үҫешеү ихтималлығын һәм уларҙың эҙемтәләрен
күҙалларға;
мәғлүмәт менән эшләү:
- мәғлүмәт алыу сығанағын һайлау: һүҙлек, белешмә;
- күрһәтелгән алгоритмға ярашлы, мәғлүмәтте тәҡдим ителгән сығанаҡта (һүҙлектә, белешмәлә) табырға;
- дөрөҫ һәм дөрөҫ булмаған мәғлүмәтте үҙаллы йәки уҡытыусы тәҡдим иткән тикшереү ысулы нигеҙендә
асыҡларға (һүҙлектәр, белешмәләр ярҙамында);
- Интернет селтәрендә мәғлүмәт эҙләгәндә өлкәндәр (уҡытыусылар, ата-әсәләр/законлы вәкилдәр) ярҙамында
мәғлүмәт хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә;
- уҡыу бурысына ярашлы текст, видео, график, тауыш, мәғлүмәтте анализларға һәм булдырырға;

10

- таблица, схема рәүешендә теркәлгән мәғлүмәтте аңларға, текстар менән эш һөҙөмтәләре буйынса схемаларҙы,
таблицаларҙы үҙаллы булдырырға кәрәк.
1-4-се кластарҙа «Туған (башҡорт) телдә әҙәби уҡыу» уҡыу предметын өйрәнеү һөҙөмтәһендә уҡыусы универсаль
уҡыу-коммуникатив ғәмәлдәргә эйә була:
аралашыу:
- фекерҙәрҙе ҡабул итергә һәм формалаштырырға, хис-тойғоларҙы таныш булған мөхиттә аралашыу маҡсаттарына
һәм шарттарына ярашлы белдерергә;
- әңгәмәсегә ихтирамлы мөнәсәбәт күрһәтергә, диалог һәм дискуссия алып барыу ҡағиҙәләрен үтәргә;
- төрлө фекерҙәр барлығын танырға;
- үҙ фекереңде әҙәпле һәм нигеҙле әйтергә;
- ҡуйылған бурысҡа ярашлы телмәр әйтеү төҙөргә;
- телдән һәм яҙма текстар (һүрәтләү, фекерләү, хикәйәләү) яҙырға;
- ҙур булмаған асыҡ сығыштар әҙерләргә;
Сығыштың тексына һүрәттәрҙе (һүрәттәрҙе, фотоларҙы, плакаттарҙы) һайларға;
берлектәге эшмәкәрлек:
- планлаштырыуҙың тәҡдим ителгән форматы, аралыҡ аҙымдарын һәм ваҡыттарын бүлеү нигеҙендә стандарт
(типлы) хәлдә ҡыҫҡа ваҡытлы һәм оҙайлы сроклы маҡсаттар (шәхси) төҙөргә;
- уртаҡ эшмәкәрлектең маҡсатын ҡабул итергә, уға ирешеү буйынса күмәкләп эш алып барырға: ролдәрҙе бүлергә,
һөйләшеп килешергә, процесты һәм уртаҡ эштең һөҙөмтәһен тикшерергә;

11

- етәкселек итергә, йөкләмәләр үтәргә, буйһонорға әҙер булырға;
- эштең үҙ өлөшөн яуаплы башҡарырға;
- дөйөм һөҙөмтәгә индергән өлөшөгөҙҙө баһаларға;
- тәҡдим ителгән өлгөләргә таянып, берлектәге проект эштәрен башҡарырға.
1-4-се кластарҙа «Туған (башҡорт) телдә әҙәби уҡыу» уҡыу предметын өйрәнеү һөҙөмтәһендә уҡыусы универсаль
уҡыу-көйләү эшенә эйә була:
үҙ-үҙен ойоштороу:
- һөҙөмтә алыу өсөн уҡыу бурысын хәл итеү буйынса эште планлаштырырға;
- һайланған эштәрҙең эҙмә-эҙлелеген билдәләү;
үҙ аллы контроль:
- эшмәкәрлектең уңышһыҙ булыу сәбәптәрен асыҡларға;
- телмәр һәм орфография хаталарын еңеп сығыу өсөн уҡыу ғәмәлдәренә төҙәтмәләр индерергә;
- алынған һөҙөмтәне тексты анализлау буйынса ҡуйылған уҡыу бурысы менән тура килтерергә;
- текст менән эшләгәндә ебәрелгән хаталарҙы табырға һәм төҙәтергә.
Предмет һөҙөмтәләре
1-4 кластарҙа «Туған (башҡорт) телдә әҙәби уҡыу» уҡыу предметын өйрәнеүҙәр түбәндәгеләр менән тәьмин итә:

12

- Рәсәй Федерацияһының берҙәм мәҙәни киңлегендә, Рәсәй Федерацияһы халыҡтары әҙәбиәттәре араһында
башҡорт әҙәбиәтенең урынын һәм ролен тарихи-мәҙәни, әхлаҡи, эстетик ҡиммәттәрҙе һаҡлауҙа һәм быуындан быуынға
тапшырыуҙа аңлау;
- төрлө халыҡтар әҙәбиәтенең үҙ-ара йоғонтоһо, бер-береһен байытыуы, айырыуса мәҙәни, әхлаҡи-этик һәм
эстетик киңлек булдырыуҙа башҡорт халҡы фольклорының һәм художестволы әҙәбиәтенең роле тураһында тәүге
төшөнсәләр;
- мәғәнәле уҡыуҙы үҙләштереү, әҙәбиәт теорияһының ябай төшөнсәләренең мәғәнәһен һәм мәғәнәһен аңлау
(ҡысҡырып уҡыу, үҙең хаҡында уҡыу, художество һәм фольклор әҫәрҙәре жанрҙары, уҡыған әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлау,
башҡорт теленең һынлы һәм тасуирлау саралары);
- текста бирелгән мәғлүмәтте ҡабул итеүгә ылыҡтырыу, уҡыусыларҙың эстетик зауығын һәм ҡыҙыҡһыныуын
формалаштырыу (танышыу, өйрәнеү, һайланма, эҙләнеү), текст менән эшләү (тексҡа һорауҙар, текст планы), ролдәр
буйынса уҡыу, ижади эштәр башҡарыу.

Кластар буйынса предмет һөҙөмтәләре
1-се класс
Уҡыусы түбәндәгеләрҙе өйрәнә:
- ҡысҡырып, йүгереп, аңлы рәүештә (сәғәтенә 25-30 һүҙ) уҡырға;
- художестволы әҫәрҙәрҙең ҙур булмаған текстарын ишетеүгә ҡабул итергә;

13

- художестволы текстарҙы интерпретациялауҙың элементар алымдары менән ҡулланыу;
- үҙегеҙ һайлаған шиғри әҫәрҙе (5-6 шиғырҙы йәки шиғри әҫәрҙән өҙөктө) яттан һөйләү;
- художестволы әҫәрҙең нимә икәнлеген аңларға;
- художество текстарының жанр айырмалыҡтарын күрһәтергә (элементар кимәл);
- әҫәрҙең төп фекерен аңлау;
- әҙәбиәт теорияһының ябай төшөнсәләренең мәғәнәһен һәм мәғәнәһен билдәләргә: жанр, шиғри әҫәр, юл,
дүртенселәр, тема, әкиәт, халыҡ әкиәттәренең төрҙәре, хикәйә, герой (ыңғай, кире), әҫәр авторы;
- әҫәрҙең исемен уның йөкмәткеһе, төп фекере менән сағыштырырға;
- текстарға иллюстрацияларҙы анализларға;
- хикәйәнең мәғәнә өлөштәрен айырып күрһәтергә, абзацтарға бүлеүҙе аңларға;
- әҫәр йөкмәткеһенең төп фекерен асҡан төп һүҙҙәрҙе күрергә;
- әҫәргә һүрәттәргә комментарий бирергә.
2-се класс
Уҡыусы түбәндәгеләрҙе өйрәнә:
- текстың йөкмәткеһен тыңларға һәм ҡабул итергә;
- минутына 50-60 һүҙ тиҙлек менән уҡырға;
- ҡысҡырып һәм үҙеңдән-үҙең дөрөҫ, йүгереп, аңлы рәүештә һәм мәғәнәле итеп уҡырға;
- әҙәбиәт теорияһының иң ябай төшөнсәләрен һәм мәғәнәһен аңларға: бәләкәй фольклор жанрҙары, бишек йыры,

14

таҡмаҡ, халыҡ уйыны, сюжет һыҙығы, рифма, ритм, геройҙың портреты;
- элементар алымдарға нигеҙләнеп, художестволы һәм уҡыу текстарын интерпретациялау;
- текстарға таянып, геройҙарҙың ҡылыҡтарын тикшерергә;
- әҫәр геройҙарының ҡайғыһын уртаҡлашырға;
- уҡығанды әхлаҡи яҡтан тәрбиәләү, геройҙарҙың ҡылыҡтарын әхлаҡи нормалар менән сағыштырырға;
- милли-үҙенсәлекле тасуирламалар тексында (уҡытыусы етәкселегендә) айырырға;
- әҙәби геройҙар миҫалында сәләмәт йәшәү рәүешенең файҙаһын аңларға;
- башҡорт телендә диалог алып барырға (уҡылған текстар буйынса фекер алышырға), әңгәмәсене тыңларға һәм
ишетергә, башҡаса фекер йөрөтөргә;
- фольклорҙың кескәй жанрҙарын (таҡмаҡтар, бишек йырҙары, халыҡ уйындары текстары), әҙәби жанрҙарҙы
(хикәйә, әкиәт);
- текстың мәғәнәүи өлөштәренең микротемаларын билдәләргә;
- тексты ҡабаттан һөйләү планын төҙөргә, тексты яңынан һөйләргә;
Текстарҙа тасуирлау тел сараһын - тасуирламаны табырға; милли үҙенсәлекле һүрәтләмәләрҙе айырып күрһәтергә.
3-сө класс
Уҡыусы түбәндәгеләрҙе өйрәнә:
- текстың йөкмәткеһен тыңларға һәм ҡабул итергә;
- минутына 60-70 һүҙ тиҙлеге менән уҡырға (динамик уҡыу);

15

- әҙәбиәт теорияһының иң ябай төшөнсәләренең мәғәнәһен һәм мәғәнәһен аңларға: башҡорт халыҡ ижады,
башҡорт халыҡ йыры, ҡобайыр; башҡорт теленең идеяһы, пейзажы, һынлы сәнғәт саралары (сағыштырыу,
кәүҙәләндереү);
- художестволы һәм уҡытыу текстарын интерпретациялау (төп һүҙҙәр эҙләү, идея-тематик һыҙатты асыҡлау,
мотивтарҙы асыҡлау, авторҙың фекерен аңлау һәм уҡыусы позицияһын билдәләү);
- геройҙарҙың ҡылыҡтарын тикшереү, уларҙы баһалау;
- хикәйәләрҙең сюжет һыҙаттарын айырып күрһәтергә;
- авторлыҡ позицияһын аңлау;
- тексты телдән өҙөмтә итеп килтерергә;
- башҡорт халыҡ йырының һыҙаттарын билдәләргә; башҡорт халыҡ йырҙарының, уларҙы башҡарыусыларҙың,
билдәле ҡурайсыларҙың тарихын белергә;
- әҙәби әкиәттең үҙенсәлектәрен, уның халыҡ әкиәттәренән айырмалы булыуын аңларға;
- шиғырҙарҙа әкиәтте билдәләргә, шиғырҙарҙа әкиәт рифмаһының үҙенсәлектәрен күрергә;
- өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн белешмә сығанаҡтарын, һанлы һәм мәғлүмәти белем биреү ресурстарын текст, видео,
тауыш мәғлүмәтен булдырыу өсөн файҙаланырға.
4-се класс
Уҡыусы түбәндәгеләрҙе өйрәнә:
- минутына 80-90 һүҙҙе тасуирлап уҡырға;
- беренсе уҡыуҙан һуң уҡыуҙың төп фекерен аңларға;

16

- башҡорт теленең шиғыр-монолог, шиғыр-мөрәжәғәт, шиғыр-диалог, композиция, идея, повесть, һынлы сәнғәт
саралары (синоним, антоним, эпитет, метафора) төшөнсәләренең мәғәнәһен һәм мәғәнәһен аңларға;
- әҫәрҙең тематикаһын, уның идеяһын айырып күрһәтергә;
- лирик герой төшөнсәһенә эйә булыу, лирик герой менән авторҙы айырыу; лирик геройҙың уй-фекерҙәрен,
кәйефен, кисерештәрен аңлау;
- әҫәрҙә художестволы уйҙырманы аңлау;
- әҫәр/герой/ваҡиға тураһында фекереңде текстҡа таянып дәлилләргә;
- китап уҡыуҙың төрлө төрҙәрен - танышыу, өйрәнеү, һайланма, эҙләүҙе ҡулланырға;
- коммуникатив бурысты иҫәпкә алып, уҡылған әҫәрҙәргә нигеҙләнеп, телдән хикәйә яҙырға (төрлө адресаттар
өсөн);
- ҡыҙыҡһындырған әҙәбиәтте үҙаллы һайларға; өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн белешмә сығанаҡтары (һүҙлектәр,
энциклопедиялар, Интернет) менән файҙаланырға.

17

5- 9 кластар..Шәхси үҫеш эшмәкәрлеге үҙ аллы белем алыу һәләтен, ижади һәләтте, башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлауҙы,
милли мәҙәниәт күренеше булған туған телдең таҙалығын һаҡлауҙы, үҙ телмәрен камиллаштырырға ынтылыуҙы, һүҙ байлығын арттырыуҙы,
үҙеңдең һәм башҡаларҙың телмәрен күҙәтеп, үҙбаһа һәм баһа бирә алыуҙы үҙ эсенә ала.
Регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге маҡсат ҡуя алыуҙы, фаразлауҙы, кәрәк урында үҙгәртә алыуҙы, баҙалауҙы, уның һөҙөмтәһендә
ыңғай һәм кире яҡтарҙы табыуҙы һ.б. тормошҡа ашыра.
Танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге проблеманы ҡуйыу һәм сисеү, текстан төп фекерҙе таба, иҫбатлай белеү, трансформациялау,
мәғлүмәтте төрлө сығанаҡтан алыу, рефлексия һәләтен үҫтереү һ.б. инә. Коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге телмәр
эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре менән дә (аудирование, уҡыу, һөйләү, яҙыу) эш итә алыуҙы күҙ уңында тота. Уларға алынған информацияны
(уҡытыусының, иптәштәренең һөйләүе, уҡыуы һ.б.) дөрөҫ аңлау, төрлө стилдәге һәм жанрҙағы текстарҙы дөрөҫ уҡый белеү, уларҙы
информацион яҡтан эшкәртә белеү (план, тезис төҙөү, һорауҙар ҡуйыу), уҡылған йәки тыңланған тексты төрлө кимәлдә (тулы, ҡыҫҡартып,
план формаһында) һөйләй белеү; логик яҡтан төҙөк, эҙмәэҙлекле, бәйләнешле итеп үҙ фекереңде яҙа һәм һөйләй белеү, төрлө факттарға,
күренештәргә (уҡылған йә күргән) үҙ фекереңде белдерә алыу; ҡуйылған маҡсатҡа ярашлы төрлө йәштәге таныш һәм таныш булмаған
кешеләр менән, башҡорт телмәр этикеты нормаларын һаҡлап, һөйләшеүҙәр (интервью, диалогтар) ойоштора алыу, текстарҙа телмәр
хаталарын табыу, уларҙы төҙәтеү, текстарҙы камиллаштырыу һәм редакторлау, шиғри стилдән сәсмә стилгә күсерә белеү һ.б. инә.
Рус телендә уҡыған башҡорт балалары башҡорт әҙәбиәтен һәм телен нигеҙҙә бергә өйрәнә. Йәғни уҡылған текстың йөкмәткеһе буйынса ла,
тел күренештәре буйынса ла эштәр бер-береһенә бәйле алып барыла. Шуға күрә универсаль уҡыу эшмәкәрлегенең бөтә блоктары ла һәр
дәрестә урын ала. Улар текстарға бирелгән һорауҙарҙа һәм эштәрҙә, күнегеүҙәрҙә, информацион, теоретик мәғлүмәттәрҙә даими һәм эҙмәэҙлекле сағылыш таба.
II. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу һөҙөмтәләренә талаптар.

18

Шәхсән һөҙөмтәләр: Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең башҡорт халҡының иң төп милли-мәҙәни ҡиммәте икәнен аңлау; Туған телгә
ихтирамлы булыу, уның “бер телдән дә кәм” булмауын аңлау, уны һаҡлау, телмәр мәҙәниәтен камиллаштырырға ынтылыу; Башҡот әҙәби
әҫәрҙәрен уҡыуға ихтыяж булдырыу, Һүҙ байлығы булдырыу.
Метапредмет һөҙөмтәләре: Телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен дә үҙләштереү; Ишеткән һәм уҡыған мәғлүмәттәрҙең мәғәнәһен дөрөҫ
аңлау; Төрлө стилдәге һәм жанрҙағы текстарҙы тыңлап, дөрөҫ аңлау; Төрлө сығанаҡтарҙан (әҙәбиәт, СМИ, интернет) кәрәкле
мәғлүмәттеэҙләп таба алыу, һүҙлектәр, белешмә материалдар менән эшләй белеү; Билдәле темаға ярашлы материал эҙләй, таба,
системалаштыра белеү, уларҙы анализлай һәм һайлай белеү; Йөкмткеһе, стилистик үҙенсәлектәре, тел сараларын ҡулланыуы яғынан
төрлө телмәрҙәрҙе сағыштырыу, баһа бирә белеү; Уҡылған йә тыңланған тексты төрлө кимәлдә (тулы, ҡыҫҡартып, план формаһында)
һөйләй белеү; Башҡорт телмәр этикетын һаҡлап,ешеләр менән һәм төрлө шарттарҙа һөйләшеүҙәргә, әңгәмәләргә ҡушыла белеү;
Телмәреңә (яҙма тексҡа һәм һөйләүгә) баһа бирә алыу, уны төҙәтә, камиллаштыра, редакторлай белеү; Аудитория алдында сығыш яһай
алыу; Башҡорт теленән һәм әҙәбиәтенән алған белемдәрҙе рус теле һәм әҙәбиәте (предмет-ара кимәл) буйынса белемдәр менән
сағыштыра, анализлай белеү.
Предмет һөҙөмтәләре:
Телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле булыуы, телдең
мәҙәниәттән айырылғыһыҙ булыуы тураһында төшөнсә алыу; Туған әҙәбиәттең башҡорт халҡы тормошондағы урыны, уның башҡа
халыҡтар әҙәбиәттәре менән уртаҡлығы һәм үҙенсәлеге тураһында белем алыу; Туған тел тураһындағы фәнни мәғлүмәттәрҙе үҙләштереү,
уның берәмектәренең һәм кимәлдәренең үҙ-ара бәйләнешен аңлау; Башҡорт теленең лексикаһын һәм фразеологияһын, орфоэпик, лексик,
грамматик, стилистик нормаларын үҙләштереү; Телмәр этикеты нормаларын белеү; Тел берәмектәрен, грамматик категорияларҙы таныу
һәм анализлай алыу, тел берәмектәрен телмәр ситуацияһында урынлы һәм дөрөҫ ҡулланыу; Һүҙгә, һүҙбәйләнешкә, һөйләмгә төрлө типтағы
анализ (фонетик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик, синтаксик) яһай белеү; Әҙәби-теоретик төшөнсәләрҙе рус әҙәбиәтендәгеләре менән
сағыштыра, уларҙың оҡшаш һәм айырмалы, үҙенсәлекле яҡтарын таный ьелеү; Әҙәби текстарҙы анализлағанда, туған телдең эстетик
функцияһын баһалау

5-се класс уҡыусыларының эш һөҙөмтәләре
1.Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу;
19

Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған фильм буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу;
Предметты, күренеште элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде белдереү;
Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән һөйләү;
8 – 10 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;
Тексты шыма, аңлы, дөрөҫ, тотош һүҙләп уҡыу, логик баҫымдарҙы, паузаларҙы дөрөҫ әйтеү; тасуири уҡыу;
текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү, өҙөк буйынса план төҙөү; текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе,
һүрәтләү, тасуирлау сараларын табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;
6. Хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын практик айыра белеү;
7. Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу; текст, күҙәтеүҙәр йәки экскурсия буйынса һорауҙарға яуап
яҙыу; бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү;
8. Өйрәтеү характерындағы изложение, иншалар яҙыу; яҙғанды элементар формала камиллаштыра алыу
1.
2.
3.
4.
5.

6-сы класс уҡыусыларының белем һөҙөмтәләре :
1.Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;
* текстың планын төҙөү;
* текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү.
2. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү; диалогты дауам итеү;
* текстағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү – тасуирлау сараларын, мәҡәлдәрҙе табыу, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ итеп ҡулланыу;
* тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү;
*

5-6 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

3. Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу;
* тексты мәғәнәле өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү;
*

әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү;

* текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәр менән эш итә белеү.
4.Ижади диктанттар, өйрәтәү изложениелары һәм иншалары яҙыу;
20

* иптәшеңдең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларыңды тикшереү, каммилаштыра белеү күнекмәләре.
 Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса
һөйләргә өйрәтеү.
 Дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт телендә сыға торған «Йәншишмә», «Аҡбуҙат», «Аманат»,
«Шоңҡар», «Йәшлек» гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.
 Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен
булдырыу.

7- се класс уҡыусыларының эш һөҙөмтәләре:
1. Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;
 текстың планын төҙөү;
 текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү.
2. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү; диалогты дауам итеү;
 текстағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү – тасуирлау сараларын, мәҡәлдәрҙе табыу, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ итеп
ҡулланыу;
 тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү;
 6-7 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.
3. Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу;
 тексты мәғәнәле өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү;
 әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү;
 текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәр менән эш итә белеү.
4. Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу;
5. Иптәшенең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларын тикшереү, камиллаштыра белеү күнекмәләре.
21

8-се класс уҡыусыларының белем һөҙөмтәләре:
1. Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар :
1. Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;
 текстың планын төҙөү;
 текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү.
2. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү; диалогты дауам итеү;
 текстағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү – тасуирлау сараларын, мәҡәлдәрҙе табыу, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ итеп
ҡулланыу;
 тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү;
 6-7 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.
3. Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу;
 тексты мәғәнәле өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү;
 әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү;
 текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәр менән эш итә белеү.
4. Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу;
5. Иптәшенең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларын тикшереү, камиллаштыра белеү күнекмәләре.
.
9- сы класс уҡыусыларҙың белем һөҙөмтәләре
1. Ҙур булмаған эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү.
Художество әҫәрҙәрҙе инсценировкалау.
2. Уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау ярҙамында геройға характеристика биреү.
- Тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙе тәржемә итә белеү, таныш булмаған һүҙҙәрҙе айыра белеү.
- 12-14 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.
22

- Эпик, лирик, лироэпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү.
3. Һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға баһалама биреү
- Уҡылған әҫәрҙәргә үҙ мөнәсәбәтеңде белдерә белеү.
4. Телмәр ағышында өндәрҙең үҙгәреүен айыра һәм аңлата белеү.
- Диалогтарҙа башҡа кешеләрҙең телмәрендәге орфоэпик хаталарҙы күҙәтә һәм төркөмләй белеү.
- Һүҙлектәр менән файҙалана белеү
- Диктант, изложение һәи иншалар яҙыу
- 10 - сы класс уҡыусыларҙың белем һөҙөмтәләре
Уҡытыу процесын ойоштороу үҙенсәлектәре Башҡорт теле 10 класта башҡорт милләтенән булған балалар
төркөмөндә аҙнаһына 1 сәғәт уҡытыла,бөтәһе 35 сәғәт.
Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө 10-сы класта алда алған белем һәм күнекмәләрҙе өсөнсө баҫҡыс
талаптарына ярашлы практик йүнәлештә тәрәнәйтеү, башҡорт теленең өндәр системаһы, лексик байлығы,
морфологик категориялары, синтаксик төҙөлөшө тураһында белемдәрен нығытыу, тәрәнәйтеү. Әҙәбиәттән әҫәрҙәрҙе
уҡыусылар аңлы һәм тасуири уҡый алырға, тексҡа анализ яһап, уның төп фекерен әйтә белергә тейештәр. Уҡылған
тексты мәғәнәүи өлөштәргә бүлеп, тулы план төҙөү, йөкмәткене тулы килеш һөйләү күнекмәләренә эйә булалар.
Әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыуға бәйле, һорауҙарға яуап бирәләр, изложение һәм инша яҙалар.

2. Уҡыу йөкмәткеһе
Уҡыу предметының йөкмәткеһе Программала «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте» предметының йөкмәткеһе
уҡыусыларға башланғыс дөйөм белем биреү этаптарына бәйле ҡарала. Уҡыусылар тәү башлап уҡыу
эшмәкәрлеге төрҙәрен үҙләшерәләр: тыңларға, һөйләргә, уҡырға, яҙырға өйрәнәләр. Белем алыу рус телендә
ойошторғанлыҡтан, 1кл уҡыусылары башҡорт телен өйрәнеүҙе түбәндәге этаптар аша һәм теле менән бер
юҫыҡта өйрәнәләр. .

23

1класс.
Танышыу. Минең мәктәбем. Беҙ уҡыусы. Беҙҙеңмәктәп. Был кем? Был нимә? Яңы уҡыу йылы менән! Бөгөн кем
дежур? Мәктәптә нимә бар? Уҡыу кәрәк - яраҡтары Миңә нимә кәрәк? Һанайыҡ әле! Һиңә нисә йәш? Аҙнала нисә
көн?. Аҙна көндәре. Дәрестәр теҙмәһе.
Минең Республикам. Мин Башҡортостанда йәшәйем. Мин Өфөлә йәшәйем. Өфөлә экскурсияла. Мин ҡалала
йәшәйем. Мин ауылда йәшәйем. Нимә белдек? Нимәгә өйрәндек?24 6
Мин һәм минең ғаиләм. Беҙ- татыу ғаилә. Кем булып эшләй? Үҫкәс, кем булаһың? Тән өлөштәре. Ҡайһы ерең
ауырта? Дарыуһанала. Таҙалыҡ -беҙҙең һаулыҡ.Минең көн тәртибем. Мин – ярҙамсы. Аҙыҡ – түлек.Емешеләк.Йәшелсәләр. Яратам, яратмайым.. Иртәнге аш. Төшкө аш. Баҙарҙа. Аҙыҡ-түлек магазинында. Һауыт –һаба. Сәй
табыны янында. Нимә менән ? Ҡайҙан? Күлдәгең матур икән!Ниндәй туҡыманан? Магазинда нимәләр һатыла? Һеҙгә
нимәләр күрһәтергә? Үлсәме ниндәй? Хаҡы күпме? Яңы кейем- яңы шатлыҡ. Нимә белдек ? Нимәгә өйрәндек?
Мин һәм минең дуҫтарым. Минең әхирәтем.Минең дуҫым. Дуҫым Аҡтүш. Йорт хайуандары. Йорт ҡоштары.
Минең ҡомағым. Дуҫымдың йәнлектәре. Зоомагазинда. Дуҫыма хат. Байрам менән! Байрамдар. Яңы йыл байрамы.
Әсәләр – нур сәсәләр. Уйынсыҡтар.Уйынсыҡтар магазины.
Мине уратып алған донья. Беҙҙең фатир. Минең бүлмәм. Светафор тора юлда.Ҡала урамында. Йорт алды. Беҙҙең өй
Һауа торошо. Көн ниндәй? Миҙгелдәр. Яратҡан миҙгелем. Ҡар яуа. Сана шыуабыҙ.Тылсымлы кәштә.24 7 Яҙ килә.
Баҡсалағы эштәр.Түтәлдә нимә үҫә. Йәмле йәй. Ағастар. Урманда. Ҡырағай ҡоштар. Нимә белдек? Нимәгә өйрәндек?

24

2класс
Танышыу.(1 с.) Һаумыһығыҙ! Хәлдәр нисек?
Минең мәктәбем. (4 с.) Яңы уҡыу йылы менән!. Бөгөн кем дежур? Мәктәптә, класта нимә
бар?. Уҡыу кәрәк яраҡтары. Миңә нимә кәрәк?. Һанайыҡ әле?. Һиңә нисә йәш?. Аҙна
көндәре. Дәрестәр теҙмәһе. Дәрестә, тәнәфестә/
Минең республикам. (3 с.)Мин Башҡортостанда йәшәйем. Мин ҡалала, ауылда йәшәйем
Мин һәм минең ғаиләм. (9 с.) Беҙҙең татыу ғаилә. Тән өлөштәре. Дауаханала.
Дарыуханала.
Таҙалыҡ – беҙҙең һаулыҡ. Аҙыҡ-түлек. Емешеләк, йәшелсәләр. Иртәнге, төшкө аш.Аҙыҡ
түлек магазинында. Күлдәгең матур икән?. Магазинда нимәләр һатыла?
Мин һәм минең дуҫтарым. (4 c.)Минең дуҫым. Йорт хайуандары һәм ҡоштары.
Байрамдар.
Инша. Әсәкәйем – матурым.
Мине уратып алған донъя. (9 с.) Беҙҙең фатир. Минең бүлмәм. Светофор тора юлда.
Ҡала урамында. Беҙҙең өй. Йорт алды. Һауа торошо. Көн ниндәй? Яратҡан миҙгелем –
ҡыш.Яҙ килә. Баҡсалағы эштәр. Йәмле йәй. Урманда. Ялан үҫемлектәре. Ҡырағай ҡоштар
һәм йәнлектәр.Контроль эштәр -4 сәғәт
3 класс
Танышыу (2 сәғ.) Таныш булығыҙ! Хәлдәр нисек? Ҡайҙа йәшәйһең ?. Һин ҡайҙан?
Минең мәктәбем (4 сәғ.) Белем байрамы. Беҙҙең класс. Аҙнала нисә көн? Мәктәп
хәтирәләре. Башҡорт теле дәресендә. Хәйләкәр һандар. Кем физкультура ярата? Ҡайсы
йырлай. Рәсем төшөрәбеҙ. Музыка донъяһында
25

Минең республикам Башҡортостаным – илем. (4 с)Гүзәл баш ҡалам. Өфөлә экскурсияла.
Дуҫлыҡ монументы. Салауат Юлаев һәйкәле. Тыуған яҡты өйрәнеү музейы. Өфөлә
транспорт төрҙәре. Өфө урамдары буйлап. Йәйәү йөрөү файҙалымы?. Сәйәхәт ниндәй
була? Инша. Башҡортостан – бай яҡ. Мәскәү – Рәсәйҙең баш ҡалаһы. Диңгеҙҙә ял итеү
хыялы.
Мин һәм минең ғаиләм ( 4сәғ) Олатайым, өләсәйем кәңәше. Олоно оло ит, кесене кесе
ит. Минең шәжәрәм. Ғаилә байрамы. Атайыма, әсәйемә ярҙам итәм. Спорт һәм мин. Ялым
күңелле үтә.
Мин һәм минең дуҫтарым (6 сәғ.) Тыуған көн. Байрамға әҙерлек. Үҙеңде нисек тоторға?
Әҙәп ҡағиҙәләре.Минең дуҫтарым. Дуҫым компьютер. Ысын дуҫ ниндәй була? Атайҙар,
әсәйҙәр байрамы.
Мине уратып алған донъя (10 сәғ.) Нимә ул тәбиғәт? Тауҙар, йылғалар, күлдәр илендә
Йәйге йәмле болонда. Йәшел аптека. Ат кешенең дуҫы. Ҡымыҙ – файҙалы эсемлек. Йәйге
хәтирәләр. Көҙгө байлыҡ. Беҙҙең яҡта ҡыш. Яҙғы байрамдар.Контроль эшәр-4 сәғәт.
4класс
. Танышыу. Һаумыһығыҙ! Хәлдәрең нисек? Ғәфу итегеҙ! Минең мәктәбем. Был кем? Был нимә? Яңы уҡыу йылы менән!
Бөгөн кем дежур? Мәктәптә нимә бар? Уҡыу кәрәк - яраҡтары Миңә нимә кәрәк? Һанайыҡ әле! Һиңә нисә йәш? Аҙнала
нисә көн?. Аҙна көндәре. Дәрестәр теҙмәһе.
Минең Республикам. Мин Башҡортостанда йәшәйем. Мин Өфөлә йәшәйем. Өфөлә экскурсияла. Мин ҡалала йәшәйем.
Мин ауылда йәшәйем. Нимә белдек? Нимәгә өйрәндек?

26

Мин һәм минең ғаиләм. Беҙ- татыу ғаилә. Кем булып эшләй? Үҫкәс, кем булаһың? Тән өлөштәре. Ҡайһы ерең ауырта?
Дарыуһанала. Таҙалыҡ -беҙҙең һаулыҡ.Минең көн тәртибем. Мин – ярҙамсы. Аҙыҡ – түлек.Емеш-еләк.Йәшелсәләр.27 11
Яратам, яратмайым.. Иртәнге аш. Төшкө аш. Баҙарҙа. Аҙыҡ-түлек магазинында. Һауыт –һаба. Сәй табыны янында. Нимә
менән ? Ҡайҙан? Күлдәгең матур икән!Ниндәй туҡыманан? Магазинда нимәләр һатыла? Һеҙгә нимәләр күрһәтергә?
Үлсәме ниндәй? Хаҡы күпме? Яңы кейем- яңы шатлыҡ. Нимә белдек ? Нимәгә өйрәндек?
Мин һәм минең дуҫтарым Минең әхирәтем.Минең дуҫым. Дуҫым Аҡтүш. Йорт хайуандары. Йорт ҡоштары. Минең
ҡомағым. Дуҫымдың йәнлектәре. Зоомагазинда. Дуҫыма хат. Байрам менән! Байрамдар. Яңы йыл байрамы. Әсәләр – нур
сәсәләр. Уйынсыҡтар.Уйынсыҡтар магазины.
Мине уратып алған донья. Беҙҙең фатир. Минең бүлмәм. Светафор тора юлда.Ҡала урамында. Йорт алды. Беҙҙең өй
Һауа торошо. Көн ниндәй? Миҙгелдәр. Яратҡан миҙгелем. Ҡар яуа. Сана шыуабыҙ.Тылсымлы кәштә. Яҙ килә. Баҡсалағы
эштәр.Түтәлдә нимә үҫә. Йәмле йәй. Ағастар. Урманда. Ҡырағай ҡоштар. Нимә белдек? Нимәгә өйрәндек?

5- се класс
Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе :
№
1

Тема

Сәғәт

С.Муллабаев.Шатлыҡлы иртә. Башҡорт теле- дәүләт теле.

2

Б.Бикбай.,Р.Ғарипов. Туған тел.
2

Әминбәк әкиәте. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн- хәрефтәре.

1

3

Көҙ тураһында шиғырҙар.

1

4

М.Кәрим. Сыйырсыҡ балаһы. Сағыштырыу тураһында төшөнсә.

2

27

5

Тыуған ер. Уралиә тигән ил.

2

6

Ф.Иҫәнғолов ижады. Антоним. Синоним.

3

7

Н.Мусин ижады.

1

8

Башҡорт халыҡ ижады.Әкиәттәр,Йомаҡтар.,Мәҡәлдәр

5

9

Р.Солтангәрәев ижады.

1

10

З.Биишева. Йәшәү- хеҙмәт

2

11

Д.Бүләков. Яралы китап. Һүҙьяһалыш.

1

12

Ә.Әминев. Әсикмәк. Һүҙьяһалыш.

1

13

Әсә йөрәге. (Ҡобайыр)

1

14

Ғ.Аллаяров. Таҫтамал.

3

15

Б.Ноғоманов.Фразеологик бәйләнештәр.

1

16

Аҡъяурын сал бөркөт.Ғ.Хисамов.

1

17

К.Мәргән. С.Ағиш ижады.

2

18

М.Ғафури, С.Муллабаев ижады.

2

19

Ижек төрҙәре.

Үтелгәнде нығытыу.

3

28

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

6-сы класс
Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе :

№

тема

Сәғәт һаны

1

Йырым минең - Башҡортостан. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн- хәрефтәре.

2

2

Уҙған ғүмер - ҡалған хәтер. Исем һүҙ төркөмө.

2

3

Ил һаҡлап, азатлыҡ яулап. Исем.

3

4

Уралып ятҡан Урал тау. Исемдең килеш ялғауҙары.

3

5

Ағиҙелкәй алҡын, һыуы һалҡын. Сифат һүҙ төркөмө билдәләре.

3

6

Тау башында балҡый бер ҡала.

3

7

Башҡорт халыҡ йолалары.

2

8

Башҡорт аштары.

2

9

Әсәм теле- сәсән теле.Алмаштар.

2

10
11

Башҡорттар китте һуғышҡа.

2

Башҡорт халыҡ ижады.Йомаҡтар. Көләмәстәр
29

2

12

Башҡорт әҙәбиәте тарихы.

2

13

Сәсәндәр ижады.

2

14

Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары, шағирҙары.

2

15

Үтелгәнде нығытыу.

3

Йырым минең- Башҡортостан. -2. З. Биишева.” Башҡортостан”. Р. Ғарипов. “Дан һиңә, Дан Башҡортостан”. С. Ярмуллин.
“Башҡорт аты”. Башҡорт теле буйынса алдағы кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Башҡорт әҙәби теле, уның нормалары
тураһында төшөнсә биреү.
Уҙған ғүмер- ҡалған хәтер. –2. “Ҡолой кантон” (Башҡорт халыҡ йыры). Ғ. Хөсәйенов. “Рудасы Исмәғил Тасим улы“(повестан
өҙөктәр). Һүҙ төркөмдәре турһында төшөнсә.Үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре. Исем.
Ил һаҡлап, азатлыҡ даулап

- .2.

Ғ. Хөсәйенов. “Алдар батыр ҡиссаһы”. Степан Злобин. “Салауат Юлаев”. Һүрәтләү

саралары. Исемдәрҙең һан, эйәлек, килеш һәм хәбәрлек категориялары менән үҙгрешенең үҙенсәлектәрен, ялғауҙарының
фонетик варианттарының ҡулланышын практик күҙәтеү күнегеүҙәре. Бәйет тураһында төшөнсә.
Уралып ятҡан Уралтау-

2

Башҡорт халыҡ йыры “ Урал”. Б. Бикбай. “Урал”. “Уралтау”. Исем, сифат.Исем буйынса

үтелгәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү. Риүәйәт тураһында төшөнсә.
Ағиҙелкәй алҡын, һыуы һалҡын. -2 Башҡортостан йылғалары тураһында белешмә. Башҡорт халыҡ йыры «Йәмле Ағиҙел
буйҙары». Тамыр, яһалма, ҡушма сифаттар.
Тау башында балҡый бер ҡала-

2 .

Р.Янбулатова “Гүзәл Өфөм – баш ҡалам”(йыр). А. Камалов. “Боронғо башҡорт

ҡалалары”. Минең тыуған ҡалам.
Башҡорт йолалары.

-2 . А. Ҡобағошов. “Ҡарға бутҡаһы тәмлеме”? “Т. Ҡарамышева.” Кәкүк сәйе”. Башҡорт йолалары

тураһында белешмә. Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр.

30

Башҡорт аштары.

-2 .

Ҡ. Даян. “Башҡорт ҡымыҙы”. М. Өмөтбаев.” Башҡорт ҡорото”. Н. Сафин. “Бишбармаҡ”. Башҡорт

халҡының милли аштары тураһында белешмә. Сифаттарҙың үҙгәреше. Башҡорт һәм рус телендәге оҡшаш һәм айырмалы
яҡтарҙы билдәләү. Сифат темаһын ҡабатлау.
Әсәм теле- сәсән теле. - 2 Башҡорт теле(белешмә). З. Биишева. “Башҡорт теле”. Башҡорт халыҡ әкиәте «Яҡшы һүҙ- йән
аҙығы». Ә. Вахитов.” Һүҙ хаҡында баллада.” Алмаш.Төп үҙенсәлектәре. Рус телендәге алмаштар менән сағыштырыу, тәржемә
күнекмәләре үткәреү. Килтерелгән текстарҙан алмаштарҙы табыу.
Башҡорттар китте һуғышҡа. -2

Ҡ. Даян. “Шайморатов генерал” (йыр). Ә. Бикчәнтәев. “Бөркөт һауала үлә”(өҙөк).

Алмаштарҙың башҡорт телендә мәғәнә үҙенсәлектәрее, төркөмсәлере, телмәрҙә ҡулланыу.
Тылсымлы әкиәттәр, , башҡорт әҙәбиәте тарихынан, сәсәндәр ижады .Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары,
шағирҙары.- Дуҫлыҡ

менән

көслөбөҙ.

Башҡорт халыҡ әкиәттәре (белешмә). «Аҡъял батыр» башҡорт халыҡ әкиәте.

«Алдар менән шайтан» башҡорт халыҡ әкиәте. Тормош- көнкүреш әкиәттәре. «Ҡурай» башҡорт халыҡ йыры. «Ҡурай моңо»
әкиәте. Йомаҡтар. Алмаш төркөмсәләрен ҡабатлау. Һандар. Ябай һәм ҡушма һандар. Һандардарҙың телмәрҙә ҡулланылышы.
Контроль, ижади эштәр-

7 класс
7-се класс
Халыҡ ижады тураһында. Әкиәттәр (1 сәғәт)
Хайуандар тураһында әкиәттәр. Тылсымлы әкиәттәр.тормош- көнкүреш әкиәттәре. әкиәттәрҙе мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү.
Исемдәр биреп план төҙөргә өйрәтеү. Фонетика,һүҙьяһалыш һөм морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Риүәйәт һәм легендалар ( 2 сәғәт)
Риүәйәт һәм легендаларға төшөнсә биреү, уларҙың тематик бүленеше, оҡшаш һәм айырма яҡтары. Ҡылым.Үҙаллы һәм
ярҙамсы ҡылымдар.
Йырҙар ( 2 сәғәт)
31

Йыр тураһында төшөнсә. Тематикаһы һәм йөкмәткеһе яғынан йырҙарҙың төркөмдәргә бүленеше. Хәбәр һөйкәлеше
ҡылымдары.
Алтын көҙ ( 2 сәғәт)
М. Тажи, Ф. Рәхимғолова шиғырҙарында көҙгө тәбиғәттең, көҙ билдәләренең һүрәтләнеше. Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары.
Уҡыу- белем шишмәһе ( 2 сәғәт)
Р. Байбулатов. Күңел күҙҙәре. Н. Мусин. Тайғаҡ баҫма. Теләк һөйкәлеше ҡылымдары.
Дуҫлыҡта – берҙәмлек ( 2 сәғәт)
Р. Байбулатов.Һарыбай. Шарт һөйкәлеше ҡылымдары.
Хеҙмәте юҡтың – хөрмәте юҡ ( 2сәғәт)
Ж. Кейекбаев. Оморҙаҡ бабай. Туғандар һәм таныштар. Ҡылым төркөмсәләре.
Башҡортостан – ғәзиз ерем ( 2 сәғәт)
Ә. Үтәбай. Башҡортостан. Сифат ҡылым.
Ап –аҡ ҡарҙар яуа ( 2 сәғәт)
К. Кинйәбулатова. Һаумы, аҡ ҡыш! Ә. Әхмәт-Хужа. Эй, ҡыш бабай, Ҡыш бабай”. Ә. Әһлиуллин. Биҙәкле сана. Ҡылым
төркөмсәләренең рус теленә тәржемә ителеү үҙенсәлектәрен практик эштәр башҡарғанда күҙәтеү, уларҙы тәржемә итеү
күнкмәләрен үҫтереү.
Ил намыҫы – ир күңелендә ( 3 сәғәт)
Ф. Аҡбулатова. Атай икмәге. В.Исхаҡов. кеше күңеле – тәрән даръя. А. Баһуманов.Ҡайҙа һин генерал? Рәүеш. Рәүеш
дәрәжәләре.
Ғәзиздәрҙән – ғәзиз әсәләр( 2 сәғәт)
Г.Зәйнәшева. Йырлайым әсәйҙәр тураһында. Ф. Иҫәнғолов. Бер йомғаҡ май. Ә. Бикчәнтәев. Яраланған бүре күҙҙәре.
Теркәүестәр.
Эх, күңелле яҙ килә! ( 2сәғәт)
Р. Ниғмәти. Яҙ килде, яҙ! Бәйләүестәр. Бәйләүестәрҙең бүленеше.
Тел – тере шишмә (2 сәғәт)
Ҡ. Аралбай. Башҡорт теле. М. Кәрим. Оҙон-оҙаҡ бала саҡ. Киҫәксәләр.
Йәмле йәй ( 2 сәғәт)
32

М. Ғафури. Болон. Х. Назар. Йәйге йәшен. С. Әлибай. Йәшен теләү. Мөнәсәбәт һүҙҙәр.Ымлыҡтар.
Тел буйынса йыл буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү.

7-се класта һәр теманы өйрәнеүгә сәғәттәр бүленеше
№

Тема

Сәғәттәр һаны

1

Башҡорт халыҡ ижады.

1

2

Әкиәт төрҙәре.

2

3

.Халыҡ хикәйәләре

2

4

. Ҡылым һөйкәлештәре.

2

6

Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар,Сеңләүҙәр.

2

7

Ҡылым һөйкәлештәре.

2

8

Уҡыу- белем шишмәһе.

1

9

Ә.Бикчәнтәев ижады. Ҡылымды нығытыу.

2

10

Ж.Кейекбаев ижады.Ҡылым төркөмсәләре.

1

11

Башҡортостан- ғәзиз ерем.. Ҡылым төркөмсәләре.

2

12

Ап-аҡ ҡарҙар яуа.

2
33

13

Ил намыҫы- ир күңелендә.Рәүеш.

3

14

Ғәзиздәрҙән - ғәзиз әсәләр.

2

15

Ф.Иҫәнғолов ижады.

2

16

Р.Ниғмәти ижады. Теркәүестәр.

2

17

Һ.дәүләтшина ижады. Киҫәксәләр.

2

18

Ҡ.Аралбай ижады. Башҡорт теле.. Ымлыҡтар.

1

Резерв дәрестәр.

4

Контроль, ижади эштәр

8-се класс
34

Мәктәп – белем шишмәһе! (1 сәғәт)
С. Әлибай. Мәктәп юлы. Н. Мусин. Һабаҡ. Р. Тимершин. Уйлап табыусы. Морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Ябай
һөйләм синтаксисы. Һүҙбәйләнештәрҙең яһалышы. Эйәртеүле бәйләнеш төрҙәре.
Көҙ –хеҙмәт һәм байлыҡ миҙгеле ( 2 сәғәт )
З. Биишева. Көҙгө ямғыр. Р. Ханнанов. Икмәк ҡәҙере. Р. Өмөтбаев. Әмир баҫыуы. Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә менән хәбәр
араһында һыҙыҡ.
Башҡортостан – алтын бишек ( 2 сәғәт )
А. Игебаев. Башҡортостан – илгенәм. К. Кинйәбулатова. Дуҫлыҡ төйәге. Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре.
Салауат батыр – ир ине ( 2 сәғәт )
«Салауат батыр» ҡобайыры. Ф.Күзбәков.Яу ораны бит һин,Салауат! Я.Хамматов.Салауат. Хәлдәр, уларҙың төрҙәре.
Ҡыш ( 5 сәғәт )
Ш.Бабич. Ҡышҡы юлда.Б. Рафиҡов.Бүреләр. И. Теләүембәтов. Маралым таңы. А.Йәғәфәрова. Кескәй шишмә. Маҡсат хәле.
Сәбәп хәле. Шарт хәле. Кире хәлдәр.
Данлы йылдар – шанлы йылдар ( 5 сәғәт)
М. Кәрим.Үлмәҫбай. Н. Ғәлимов. Яуҙан ҡайтҡан ҡурай. Р. Өмөтбаев. Генерал Кусимов. Тиң киҫәкле һөйләмдәр.
Әсәйем – күңел ҡояшым! ( 3сәғәт)
Ш. Биҡҡол. Әсәйемдең кәңәштәре. Т. Ғиниәтуллин. Әсә һәм бала. Ике составлы һөйләмдәр. Бер составлы һөйләм төрҙәре.
Әҙәп барҙа – иман бар ( 2 сәғәт)
Х. Назар. Өс һүҙ. М. Ямалетдинов. Иман. З. Ғәлимов. Ялан сәскәләре.
Шаулап, гөрләп яҙ килә ( 2 сәғәт)
Р. Ғарипов. Яҙғы йыр. З.Ураҡсин. Алмағас. Р.Сафин. Тол ҡатындар һәм аяҡһыҙҙар бейеүе. Айырымланыу.
Ай, Уралым, Уралым! ( 3 сәғәт )Ҡ. Аралбай. Ер тураһында ете һүҙ. Б. Бикбай «Ер» поэмаһы. Ж. Кейекбаев. Урал тураһында
ҡобайыр. Н. Мусин. Һуңғы солоҡ. К. Шафиҡова. Уйна, ҡурай! Һөйләм киҫәктәре менән грамматик бәйләнеше булмаған һүҙҙәр.
Тел – тере шишмә ( 2 сәғәт )
Ҡ. Аралбай. Башҡорт теле. М. Кәрим. Оҙон-оҙаҡ бала саҡ. Киҫәксәләр.
Йәй ( 2 сәғәт)
35

Ф. Рәхимғолова. Бал ҡорто менән күбәләк. Ш. Яныбаев.тегәнәк. Р. Солтангәрәев. Һуңғы һунар. Ә. Хәмәтдинова. Йәшел аптека.
Тел буйынса йыллыҡ үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Контроль эштәр- 4

8- се класта бүлектәрҙең сәғәттәргә бүленеше.
№

Бүлек темаһы

Сәғәттәр һаны

1

Мәктәп- белем шишмәһе.

1

Ябай һөйләм синтаксисы.
2

Халыҡ ижады- халыҡ хазинаһы.

3

Көҙ - хеҙмәт һәм байлыҡ миҙгеле.

2

Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре.

2

4

Башҡортостан- алтын бишек. Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре..

2

5

Салауат батыр ир ине.

2

6

Ҡыш.

5

7

Данлы йылдар- шанлы йылдар.

5

8

Әсәйем- күңел ҡояшым.

3

Ике һәм бер составлы һөйләмдәр

36

9

Әҙәп бар ҙа иман бар.

2

Һөйләмдең айырымланған киҫәктәре.
10

Шаулап- гөрләп яҙ килә.

2

11

Ай, Уралым.

3

Һөйләм киҫәге менән бәйләнеше булмаған һүҙҙәр.
12

Йәй етә.

2

13

Контроль эштәр, ижади эштәр.

4

9 - сы класс
1. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
Тере шишмәләр.
Һүҙлек менән эш. Эпоста күтәрелгән философик, педагогик һәм әхлаҡ-этик проблемалар. Ҡушма һөйләм тураһында төшөнсә биреү, һөйләм
төрҙәрен, тыныш билдәләрен үҙләштереү
Кендегемде киҫкән ер.
Төйәк булған тыуған ер.
Данлы тарих.Философик лирика. Тәбиғәт лирикаһы. Шиғыр-ҡобайырҙар. Эйәрсән һөйләм төрҙәре.

37

9- сы класта темаларҙың сәғәттәргә бүленеше.

Тема

№

Сәғәт

1

Тере шишмәләр.

2

2

Кендегемде киҫкән ер.

4

3

Төйәк булған тыуған ер.

6

4

Данлы тарих- шанлы тарих.

4

5

Рухи тамырҙарыбыҙ.

4

6

Ир- егеткәй менән ат башы.

2

7

Байрам. Байрам..

2

8

Уралып үҫкән, ай ҡурайым..

2

9

Ватанға хеҙмәт- изге бурыс

3

10

Айға ла көнгә лә тиңләмәйем.

2

11

Мәңгелек ут.

2

12

Берҙәмлек мәңге һаҡлар хазина.

2

38

10- сы класта темаларҙың сәғәттәргә бүленеше.
№

Тема

Сәғәт

1

Башҡорт халыҡ ижады . Фонетика.

3

2

Башҡорт әҙәби тарихының осрҙарға бүленеше.

4

3

Болғар осоро әҙәбиәте.Исем

3

4

Ҡыпсаҡ осоро әҙәбиәте.

2

5

Рәсәй осоро әҙәбиәте.Сифат

2

6

19-сы быуатта әҙәби процесс

4

7

20- се быуат башы әҙәбиәте.Һан.

3

8

Совет осоронда әҙәби процесс

2

9

Тарихи- революцион тема әҫәрҙәре.

2

10

Ҡатын- ҡыҙ, колхоз темаһы. Ҡылым.

2

11

Һуғыш темаһы, тыныс хеҙмәт

3

12

Фәлсәфәүи йөкмәткеле әҫәрҙәр

4

39

Powered by TCPDF (www.tcpdf.org)



Поиск

На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.